18:47 (UTC+5), 24 Июля 2020

1 августан Рәсәй халыҡ-ара авиабәйләнеште тергеҙә

Галина Бахшиева
Рәсәй 1 августан халыҡ-ара авиабәйләнеште тергеҙә, тип хәбәр итте «РИА Новости» Рәсәй Федерацияһы премьер-министры Михаил Мишустиндың белдереүенә һылтанма менән.
Рейстар Мәскәүҙән, Мәскәү өлкәһенән, Санкт-Петербургтан һәм Дондағы Ростовтан башҡарыла.
«Халыҡ-ара авиабәйләнеште тергеҙеү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Шул уҡ ваҡытта беҙ эпидемиологик хәл, сир күрһәткесе һәм уртаҡлыҡ принциптарынан сығып эш иттек. 1 августан Мәскәү, Мәскәү өлкәһе, Санкт-Петербург һәм Дондағы Ростов аэропорттарынан рейстар башҡарыла», — тине Мишустин Рәсәй хөкүмәтендә.
Премьер-министр билдәләүенсә, был ҡарар рәсәйҙәрҙең сит илдән ҡайтыуын да тиҙләтергә тейеш.
Авиабәйләнеш тәү сиратта Бөйөк Британия, Төркиә һәм Танзания менән тергеҙелә, тип вице-премьер Татьяна Голикованың һүҙҙәрен килтерә «Интерфакс».
1 августан Лондонға осорға мөмкин. Төркиәлә 1 августан рәсәйҙәр өсөн Анкара һәм Истанбул аэропорттары асыла.
10 августан — Анталья, Бодрум һәм Даламан курорт ҡалалары. Бынан тыш, Танзания, атап әйткәндә, Занзибар менән авиабәйләнеш тергеҙелә.
Мәскәү, Петербург һәм Ростов аэропорттары өсөн килгән пассажирҙар һаны буйынса сикләү бөтөрөлә, тип белдерҙе транспорт министры Евгений Дитрих.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика