06:56 (UTC+5), 17 Июля 2020

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсына һәр районда 50% кәм булмаған тораҡ пункттар йәлеп ителә

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Өфөлә Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте вице-премьеры Ленара Иванова етәкселегендә «Айыҡ ауыл 2020» республика конкурсын әҙерләү һәм уҙғарыу буйынса ойоштороу комитетының онлайн-ултырышы үтте. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, быйыл бүләк фонды 10 тапҡырға арттырыла.
«2019 йылғы конкурсҡа йомғаҡ яһағанда Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбиров, конкурстың мөһимлеген баһалап, 2020 йылда уның бүләк фондын 10 тапҡырға арттырырға тәҡдим итте. Был ошо конкурстың әһәмиәтле булыуын йәнә бер тапҡыр раҫлай», – тип билдәләне Ленара Иванова.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова конкурс положениеһындағы үҙгәрештәр хаҡында һөйләне. Әйтәйек, 2020 йылда күберәк ауылдарҙы йәлеп итеү күҙаллана – һәр районда 50% кәм булмаған тораҡ пункт. Тораҡ пункттарҙы ғәҙел баһалау өсөн конкурсҡа йомғаҡ ауылдарҙы түбәндәге категорияларға бүлеүҙе иҫәпкә алып яһала:
— эре — халҡы 3 меңдән ашыу;
— ҙур — 1-ҙән 3 мең кешегә тиклем;
— уртаса — 0 ,2-нән 1 мең кешегә тиклем;
— бәләкәй — 0,2 мең кешенән аҙыраҡ.
Шулай итеп, дүрт категория буйынса 12 еңеүсе билдәләнә. Еңеүселәр Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте дипломдары, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының һәм Башҡортостан Республикаһы Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетының тораҡ пункттарҙы төҙөкләндереү программаларына индереү хоҡуғына сертификаттар менән бүләкләнә.
Конкурсты ойоштороу буйынса саралар Башҡортостан Республикаһы башлығы грантына бойомға ашырыла.
20 июлдән муниципаль этапҡа ғаризалар ҡабул итеү, ә 1 августан «Айыҡ ауыл 2020» республика конкурсы башлана, шуға бәйле муниципаль этапта күберәк ауылдарҙы йәлеп итергә кәрәк», — тип билдәләне Эльвира Айытҡолова.
1 из 6
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика