Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.21
-0.44
91.94
-0.07
62.51
+0.52
-19 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Июль 2020, 11:02

Рәсәй курорттарында ял итеүселәр хаҡтар һәм сервис менән ҡәнәғәт түгел – һорау

Tvil.ru сервисы мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй курорттарында ял иткән күпселек туристар хаҡтар һәм сервис кимәле менән ҡәнәғәт түгел. Һорауға яуап биреүселәрҙең 48% аҙыҡ-түлеккә, туҡланыуға, хеҙмәттәргә һәм башҡаларға хаҡтар бик юғары тип иҫәпләй. Икенсе урында – сервис кимәленең түбән булыуы. Рәсәйҙәрҙең 21% уларҙы курорттарҙа һәм отелдәрҙә хеҙмәтләндереүҙәре оҡшамай. Туристарҙың 8% урындағы торлаҡ хужаларының үҙ-үҙен тотошона ҡәнәғәтһеҙлек белдерә. Һорауға яуап биреүселәрҙең 7% курорттарҙа ял итеүселәрҙең социаль дистанцияны һаҡлауын теләй. Пляж һәм дөйөм туҡланыу (2%), шулай уҡ номерҙарҙы сифатһыҙ йыйыштырыу (1,5%) менән ҡәнәғәт булмаған туристар аҙ. Ял итеүселәрҙең 9% ғына барыһы менән ҡәнәғәт.
Автор: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас