06:29 (UTC+5), 14 Июля 2020

Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы вәкилдәре «Башҡортостан» милли паркының туристик мөмкинлектәрен юғары баһаланы

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Уҙған ял көндәрендә Башҡортостанға Рәсәй Федерацияһының Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы вәкилдәре, шулай уҡ «Маршрут төҙөлгән» проектын ойоштороусылар килде. Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Алексей Кузьмицкий, Рәсәйҙең тәбиғәт ресурстары һәм экология министры урынбаҫары Елена Панова, Дәүләт Думаһының Физик культура, спорт, туризм һәм йәштәр эштәре комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Вячеслав Фетисов, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Борис Беляев «Башҡортостан» милли паркында булды. Бында милли парктың «Экология» милли проекты сиктәрендә булдырылған объекттары буйлап экскурсия ойошторолдо. Ҡунаҡтар Күперле шарлауығын, шулай уҡ Ҡотоҡ-4 һәм Сумған мәмерйәләрен күрҙе. Республикала экологик туризмды үҫтереү мөмкинлектәре тикшерелде, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Министр урынбаҫары Елена Панова «Башҡортостан» милли паркының туристик мөмкинлектәрен юғары баһаланы.
«Һуңғы өс йылда Рәсәйҙең махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләренә килеүселәрҙең йыл һайын 15% артыуы күҙәтелә. Экотуризмға ҡыҙыҡһыныуҙың йылдан-йыл артыуы осраҡлы түгел – ҡурсаулыҡтарҙа һәм милли парктарҙа илдең тәбиғәт хазинаһы урынлашҡан, был «Башҡортостан» милли паркына ла ҡағыла», — тине Панова.
«Барлыҡ беҙҙең «маршруттар» заманса туризмдың донъя картаһына эләкһен өсөн бөтә көсөбөҙҙө һалырбыҙ. Бөгөн экологик туризм – яңы йүнәлеш, бында Рәсәй Федерацияһы алдынғы позицияларҙы биләргә тейеш. Беҙҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда шундай хозур, донъяның бер илендә лә бындай матурлыҡ юҡ», — тип билдәләне Вячеслав Фетисов.
1 из 18
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика