06:24 (UTC+5), 07 Июля 2020

Өфөлә Ағиҙел йылғаһының яр буйы 1 августа тулыһынса асыла

Ксения Калинина
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
6 июлдә Республика Йортонда уҙған «Йәмәғәт киңлектәре һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ сәғәте» онлайн-кәңәшмәһендә ҡала парктарын һәм Ағиҙел йылғаһының яр буйын төҙөкләндереү этаптары тикшерелде. Башҡортостан Республикаһы башлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, Ҡала мәҙәниәт һарайы алдында барған эштәр быйыл көҙ тамамлана, ә 1 августа Ағиҙел йылғаһының яр буйы ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн тулыһынса асылырға тейеш.
«Миңә һәм өфөләрҙең күбеһенә яңыраҡ «Бейеүсе торналар» фонтаны янында асылған сквер бик оҡшаны, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Хәҙер унда тематик саралар ойошторорға һәм рөхсәтһеҙ урам сауҙаһын асыуға юл ҡуймаҫҡа кәрәк».
Быйыл Сипайлово биҫтәһендә «Ҡашҡаҙан» паркы эшләй башлай, ә 1 сентябрҙә күптән көтөлгән балалар баҡсаһы асыла. Радий Хәбиров 2021 йылға биҫтәлә яңы поликлиника төҙөлөшөн төп медицина звеноһын комплекслы үҫтереүҙең республика программаһына индерергә ҡушты. Алдағы ике йылда Дим районында Үҙәк, Баланов парктарын, Инорста Йылыкүлде тәртипкә килтереү планлаштырыла.
«Шулай уҡ ҡала властары менән берлектә ихаталарҙы һәм подъездарҙы төҙөкләндерергә, Яр буйы урамында транспорт хәрәкәте логистикаһы һәм парковкаларҙы уйларға кәрәк», — тине республика башлығы.
Һуңынан онлайн-кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Өфөлә Октябрь Революцияһы урамын реконструкциялау варианттарын тикшерҙе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика