Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.03
-0.24
90.98
-0.32
62.51
+0.52
-8 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Июль 2020, 15:16

Синоптиктар республика биләмәһендә ғәҙәттән тыш янғын хәүефе тураһында иҫкәртте

Рәсәй Гидрометүҙәге белгестәре көндәрҙең эҫе тороуына бәйле ҡайһы бер төбәктәрҙә юғары янғын хәүефе тураһында иҫкәртә. Әйтәйек, 6-7 июлдә Һамар, Ырымбур өлкәләрендә, Башҡортостанда юғары, урыны менән ғәҙәттән тыш янғын хәүефе фаразлана, тиелә Гидрометүҙәк мәғлүмәтендә.
Республика метеохеҙмәте белдереүенсә, алдағы көндәрҙә Башҡортостанда һауа температураһының +33 градусҡа тиклем күтәрелеүе көтөлә. Урыны менән йәшенле ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал, ел талғын, йәшен ваҡытында киҫкен.
Автор: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас