10:05 (UTC+5), 30 Июнь 2020

Радий Хәбиров I Халыҡ-ара урбанистика форумында ҡатнашыусыларҙы сәләмләне

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Өфөлә «Киләсәк биләмәһе. Евразия йөрәгенә ҡараш» халыҡ-ара урбанистика форумы асылды. Башҡортостанға эш сәфәре менән Рәсәйҙең фән һәм юғары белем министры Валерий Фальков килде.
Федераль министрлыҡ етәксеһе һәм республика башлығы Өфөнөң Дим биҫтәһендә вуз-ара студент кампусы төҙөлөшө өсөн майҙансыҡты ҡараны. Радий Хәбиров билдәләүенсә, заманса күп функциялы комплекс биш мең кешегә иҫәп тотоп төҙөлә.
Форумда төрлө төбәктәрҙән һәм илдәрҙән спикерҙар ҡатнашлығында тематик сессиялар уҙғарыла. «Ҡала үҫеше драйверы булараҡ фәнни-белем биреү үҙәге» сессияһында форумда ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан башлығы сәләмләне.
«Ҡунаҡсыл Өфөлә осрашыу һәм киләһе йылдарҙа беҙҙе уратып алған мөхитте нисек формалаштырыу, халыҡ өсөн уңайлы шарттар булдырыу тураһында фекер алышыуға саҡырыуыбыҙҙы ҡабул иткәнегеҙ өсөн һеҙгә рәхмәт әйткем килә», — тине Радий Хәбиров һәм бөтә санитар-эпидемиологик нормаларҙы үтәргә саҡырҙы.
Әлеге тематик секция – иң ҡыҙыҡлыларҙың береһе, тип билдәләне республика башлығы.
Секцияның модераторы булып республика башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин сығыш яһаны, ул йыйылыусыларҙы Башҡортостан проекттары менән таныштырҙы.
Рәсәй Федерацияһының фән һәм юғары белем министры Валерий Фальков ғилми-белем биреү үҙәктәренең функцияһы хаҡында һөйләне. Көн дауамында министр республиканың белем биреү учреждениеларының эше менә таныша.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика