Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
-0.88
92.22
-1.03
67.96
+2.11
9+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Июнь 2020, 08:54
Өфө Рәсәй йәштәре көнөн Ағиҙел йылғаһы яры буйында билдәләй
27 июндә Башҡортостандың баш ҡалаһында Рәсәй йәштәре көнөн билдәләү планлаштырыла. Республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры
Руслан Хәбибо
в һүҙҙәренсә, улар Башҡортостан башлығы
Радий Хәбировтың
ҡушыуы буйынса инициативалы төркөм һәм башҡа ведомстволар менән бергә көтөлмәгән бүләк әҙерләй.
«Бөтә серҙәрҙе лә асмайым. Бер нәмәне генә әйтәм – ошо үҙенсәлекле киңлектә һәр кемгә һәләтен күрһәтеү, яңыны асыу һәм фекерҙәштәр табыу өсөн мөмкинлек булдырыла», — тип яҙҙы Руслан Хәбибов.
Шулай уҡ министрлыҡ етәксеһе Өфөлә Йәштәр фестиваленең йолаға әүереләсәген билдәләне. Быйыл ойоштороусылар яңы коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау өсөн Роспотребнадзорҙың барлыҡ һаҡлыҡ сараларын һәм талаптарын үтәргә вәғәҙәләй.
https://www.bashinform.ru/news/1465553-ufa-den-molodezhi-rossii-otmetit-na-novoy-naberezhnoy-reki-beloy/
Автор:
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги:
йәштәр көнө
өфө
Читайте нас: