12:00 (UTC+5), 19 Июня 2020

Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин үҙенең Юғары мөфтөй вазифаһында эшләүенә 40 йыл тулыуҙы билдәләй

https://glavarb.ru/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесеТәлғәт Тажетдин үҙенең Юғары мөфтөй вазифаһында эшләүенә 40 йыл тулыуҙы билдәләй.
40 йыл элек, 1980 йылдың 19 июнендә, Тәлғәт Тажетдин СССР-ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө һәм рәйесе итеп тәғәйенләнгән. 1990 йылдан Шәйхел-Ислам дәрәжәһенә (илдә ислам мәсьәләләре буйынса юғары вазифалы кеше) эйә. Тажетдин Дуҫлыҡ ордены, Почет, IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн», шулай уҡ Рус православие сиркәүенең Мәскәү кенәзе ордендары менән бүләкләнгән.
Бөгөн Юғары мөфтөйгә бик күп ҡотлауҙар килә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та дин әһеленә мөрәжәғәт итте.
«Хөрмәтле Тәлғәт хәҙрәтебеҙ һайланып ҡуйылғандан алып бына 40 йыл инде республика һәм тотош ил мосолмандары өммәһе йөрәгендә төп иман һаҡсыһы булып тора, — тип яҙҙы ул. — Башҡортостан ошондай дин остазынан, тыуған еренең лайыҡлы улынан һәм иҫ киткес аҡыллы кешенән бик уңды. Шуныһы мөһим: төрлө милләт һәм дин вәкилдәре йәшәгән республикабыҙҙа дин әһелдәренән һәр ваҡыт ярҙам һәм изге кәңәш алырға мөмкин».
Ошо әһәмиәтле ваҡиға уңайынан республика етәксеһе Тәлғәт Тажетдинды Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика