06:31 (UTC+5), 18 Июня 2020

Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты предприятиеһында коронавирус таралыуы раҫланды

Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Силәбе өлкәһе Үрге Өфәлей районында урынлашҡан Үҙйылға руднигында яңы коронавирус инфекцияһы раҫланды. 11 эшсенең тест һөҙөмтәһе ыңғай. Уларҙың барыһы ла — Башҡортостан менән күршеләш төбәктә йәшәүселәр.
«Шишәмбе ете кеше ауырып китте, шаршамбы дүртәүһендә диагноз раҫланды. Бөтә хеҙмәткәрҙәрҙән дә анализдар алынған һәм Өфөгә ебәрелгән, сөнки был предприятие Башҡортостан биләмәһендә теркәлгән, ләкин беҙҙең төбәктә йәшәүселәр сирләй», — тип хәбәр итте «Эхо Москвы в Челябинске» өлкә хөкүмәтенә һылтанма менән.
Урал тау-металлургия компанияһында быны раҫланылар һәм коронавирустың хеҙмәткәрҙәргә профилактик тест үткәреү ваҡытында асыҡланыуын билдәләнеләр.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика