Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
-0.88
92.22
-1.03
67.96
+2.11
22+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Июнь 2020, 12:23
Өфөлә велошеринг – велосипедтар прокаты эшләй башланы
социаль селтәрҙәр
Башҡортостандың баш ҡалаһында велосипедтар прокаты – велошеринг эшләй башланы. Ҡала халҡы 250 велосипедта йөрөргә мөмкин. Әлеге ваҡытта ике велопарковка эшләй: береһе — Черниковка биҫтәһендәге Беренсе май урамында, икенсеһе Мостай Кәрим исемендәге урамда Профсоюздар йорто янында урынлашҡан. Аҙаҡ велопарковкаларҙы Өфө үҙәгенән (Телеүҙәк) Гастелло исемендәге стадионға тиклем Черниковка һәм Инорс биҫтәләре сигендә ҡуйырға йыйыналар.
Әүҙемсе Полина В. хәбәр итеүенсә, киләсәктә махсус нөктәләр һанын 75-кә еткереү күҙаллана.
Велосипедты велопарковкала үҙ аллы алырға, ә һуңынан башҡаларҙың береһенә ҡуйып китергә мөмкин. Ҡаланың барлыҡ райондарында тиерлек йөрөргә була. Аҙаҡтан парковка урынына барып, велосипедты беркетеп ҡуйырға, ҡушымтала «Финиш»ҡа баҫырға кәрәк.
Бынан алда «Башинформ» Өфөлә кикшеринг — электросамокаттар прокаты эшләй башлауын
хәбәр иткәйне
.
https://www.bashinform.ru/news/1463117-v-ufe-zapustili-veloshering-prokat-velosipedov/
Автор:
Вероника Ниғмәтуллина
Теги:
велосипедтар
Читайте нас: