10:03 (UTC+5), 17 Июня 2020

Республикала юғалған туристар Йүрүҙән йылғаһы буйында табылған

Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостанда юғалған туристар Йүрүҙән йылғаһы буйында табылған.
Агентлыҡ хәбәр иткәнсә, 4 кешенән торған төркөм Йүрүҙән йылғаһы буйлап Әтнәш ауылынан Павловка һыу һаҡлағысы яғына аҡҡан. Туристар маршрутты кисә үк тамамларға тейеш булһа ла, кире әйләнеп ҡайтмаған. Улар менән бәйләнеш юҡ.
Эҙләү эштәренә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Өфө эҙләү-ҡотҡарыу отряды, Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының авария-ҡотҡарыу хеҙмәте ҡотҡарыусылары, полиция хеҙмәткәрҙәре һәм урындағы халыҡ йәлеп ителгән. Туристарҙы Йүрүҙән йылғаһы буйында тапҡандар. Улар экстрен хеҙмәттәрҙең ярҙамына мохтаж түгел. Туристар йылға буйлап ағыуын дауам итергә хәл иткән һәм бер аҙнанан ҡайтыуҙары тураһында иҫкәрткән.
Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты йәнә бер тапҡыр туристарға походта хәүефһеҙлекте тәьмин итеү һәм ваҡытында ярҙам күрһәтеү өсөн маршруттарҙы теркәү кәрәклеге хаҡында иҫкә төшөрә. Был әгәр туристар билдәләнгән ваҡытҡа ҡайтып етмәһә, ҡотҡарыусылар эҙләй башлаһын өсөн кәрәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика