04:16 (UTC+5), 16 Июня 2020

Башҡортостанда Конституция ирекмәндәре мәғлүмәт нөктәләрендә эш башланы

Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
15 июндә Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында халыҡҡа Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр тураһында мәғлүмәт биреү буйынса 28 мәғлүмәт нөктәһе эшләй башланы. Халыҡ күп йөрөгән урындарҙа – парктарҙа, скверҙарҙа һәм сауҙа үҙәктәрендә Конституция ирекмәндәре Конституцияға индерелгән үҙгәрештәр хаҡында һөйләй, граждандарҙың һорауҙарына яуап бирә, ирекле акцияларҙа ҡатнашырға саҡыра.
Мәғлүмәт нөктәләре Өфөлә, Нефтекамала, Бәләбәйҙә, Стәрлетамаҡта, Яңауылда, Күмертауҙа, Октябрьскийҙа, Салауатта, Туймазыла, Сибайҙа, Баймаҡта, Иглиндә, Мәсәғүттә, Мәләүездә, Ҡырғыҙ-Миәкәлә һәм Мораҡта эшләй. Ирекмәндәр сменаһы 3-4 сәғәт дауам итә. «Конституция ирекмәндәре» йәмәғәт ирекмәндәр корпусы эшенә бөтәһе 3300 ирекмән йәлеп ителгән. Барыһы ла волонтерыконституции.рф порталында теркәлеү үткән.
Корпусты ойоштороусылар – Үҙәк һайлау комиссияһы менән килешеү төҙөгән Ирекмән үҙәктәре ассоциацияһы һәм илдең ирекмәндәр, йәштәр ойошмалары: Ирекмән-табиптар, Рәсәй студенттар отряды, Рәсәй йәштәр союзы, Бөтә Рәсәй ҡотҡарыусыларҙың студент корпусы, Рәсәй ауыл йәштәре союзы, «Минең менән хыяллан» хәйриә фонды, шулай уҡ ирекмәнлекте үҫтереү буйынса төбәк ресурс үҙәктәре, юғары һәм махсус уҡыу йорттарының ирекмән үҙәктәре, социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмалар.
Конституцияға төҙәтмәләр тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән мояконституция.рф сайтында танышырға мөмкин.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика