03:54 (UTC+5), 15 Июня 2020

15 июндә Рәсәй мәктәптәренең барлыҡ сығарылыш класс уҡыусыларына аттестат тапшырыла

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
15 июндә Рәсәй мәктәптәренең барлыҡ сығарылыш класс уҡыусыларына аттестат тапшырыла. Рәсәй Мәғариф министрлығында белдереүҙәренсә, Быйыл белем тураһында документты туғыҙынсы кластарға — Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы, ә ун беренселәргә Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләренән тыш бирергә хәл ителде.
Премьер-министр Михаил Мишустин тейешле ҡарарға ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы:
— быйыл Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы уҡыусыларҙың ағымдағы билдәләре йомғаҡтары буйынса уҙғарыла, был 9-сы һәм 11-се кластарҙа аттестат тапшырыу өсөн нигеҙ булып тора;
— Берҙәм дәүләт имтиханын юғары уҡыу йортона инергә йыйынғандар ғына бирергә тейеш;
— ҡарар шулай уҡ «һынау имтиханы» төшөнсәһен нығыта, Мәғариф министрлығы уны Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт менән берлектә 29 һәм 30 июндә уҡыусыларҙан башҡа үткәрергә йыйына.
Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләренең ниндәй булыуына ҡарамайынса, аттестатында тик бишле билдәләре булған барлыҡ ун беренсе класс уҡыусыларына «Уҡыуҙағы уңыштары өсөн» миҙалы тапшырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика