04:14 (UTC+5), 11 Июня 2020

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы «Антиконтрафакт» ассоциацияһы менән хеҙмәттәшлекте яйға һалды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
10 июндә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының штаб-фатирында «Рәсәй Федерацияһының хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм махсус хеҙмәттәре хеҙмәткәрҙәре ассоциацияһы» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө.
Документҡа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов һәм ассоциацияның идара рәйесе Вадим Лапко ҡул ҡуйҙы.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, килешеү төҙөү башҡорт ҡоролтайына Башҡортостан бүлексәһе ингән «Антиконтрафакт» халыҡ-ара ассоциацияһы эшендә ҡатнашырға мөмкинлек бирә. Бындай хеҙмәттәшлек урындағы баҙарҙа ла, унан ситтә лә Башҡортостан етештереүселәре бренды өсөн яңы мөмкинлектәр аса.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы республика эшҡыуарҙары менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә, көн һайын намыҫһыҙ конкуренция факттары тураһында сигналдар ала һәм проблемаларҙы бөтөрөү өҫтөндә эшләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика