16:42 (UTC+5), 08 Июня 2020

Рәсәйҙәргә эшләү, уҡыу һәм дауаланыу өсөн сит илгә сығырға рөхсәт иттеләр

Олег Яровиков
Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Бөгөндән Рәсәй граждандарына эшләү, уҡыу һәм дауаланыу өсөн сит илгә сығырға мөмкин. Хөкүмәттең тейешле бойороғона ҡул ҡуйылды, тип хәбәр итте ТАСС Рәсәй хөкүмәте премьер-министры Михаил Мишустинға һылтанма менән.
«Беҙҙең медицина ойошмаларында дауаланырға йыйынған, шулай уҡ бында тәрбиәгә мохтаж яҡын туғандары, опекундары йәки попечителдәре йәшәгән сит ил граждандары ла Рәсәйгә инә ала», — тине министрҙар кабинеты башлығы коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш буйынса Координация советы президиумы ултырышында.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, коронавирустың таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн 2020 йылдың мартында уҡ Рәсәйгә сит ил граждандарын индереүҙе, шулай уҡ күпселек рәсәйҙәр өсөн сығыуҙы ваҡытлыса сикләү тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика