10:28 (UTC+5), 05 Июня 2020

Башҡортостан вуздарында яңы уҡыу йылына 11 меңдән ашыу бюджет урыны бүленгән

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостанда июндең өсөнсө декадаһында юғары уҡыу йорттары документтар ҡабул итә башлай. Уҡырға алыу августа ойошторола. Тәү сиратта льготаға эйә студенттар ҡабул ителә.
«2020-2021 уҡыу йылына 11 меңдән ашыу бюджет урыны бүленгән. Был уҙған йылға ҡарағанда 1 073-кә күберәк. Абитуриентҡа ҡабул итеү комиссияһына шәхсән килергә кәрәкмәй. Уҡырға инеүселәр ғаризаны һәм тейешле документтарҙы вуздарҙың сайты аша электрон формала ебәрә ала», — тип һөйләне республика юғары уҡыу йорттары ректорҙары советы рәйесе, Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов «Мәғариф сәғәте»ндә.
Радий Хәбиров Мәғариф министрлығына муниципалитеттар менән берлектә интернетҡа тоташтырылмаған ауыл абитуриенттарына вузға документтар тапшырырға ярҙам итергә ҡушты.
«Документтар биреүҙең, абитуриенттарға тест үткәреүҙең дистанция режимында ойошторолоуы һәйбәт. Республикала йәшәүселәрҙең бөтәһе лә ошо хаҡта белергә тейеш», — тине Радий Хәбиров һәм аңлатыу эшен алып барыу бурысын йөкмәтте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика