14:25 (UTC+5), 02 Июнь 2020

Рәсәйҙә планлы медицина ярҙамы күрһәтеү тергеҙелә

социаль селтәрҙәр
Рәсәй президенты Владимир Путин санитария-эпидемиологик хәл тураһында кәңәшмә йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙә планлы медицина ярҙамы күрһәтеүҙе тергеҙеү тураһында бойороҡ бирҙе. Был бурыс Һаулыҡ һаҡлау министрлығына йөкмәтелде. Бында һүҙ беренсел, махсуслаштырылған, шул иҫәптән юғары технологиялы ярҙам хаҡында бара. Ведомство 20 июнгә тиклем бойороҡтоң үтәлеше буйынса яуап бирергә тейеш.
Дәүләт башлығы илдә ауырыу йәнә таралған осраҡҡа сирлеләр өсөн махсуслаштырылған койка урындары фондын һаҡларға ҡушты. Хөкүмәт 10 июнгә ҡәҙәр «санитария-эпидемиология хеҙмәтен үҫтереү һәм нығытыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә» тейеш.
Мәскәүҙә планлы медицина ярҙамы күрһәтеүгә ҡайта башлағандар ҙа инде. 27 майҙа иғлан ителгәнсә, алдағы аҙнала быға тиклем коронавирусты дауалау өсөн үҙгәртелгән дауаханаларҙағы биш меңгә яҡын койка ғәҙәти эш режимына ҡайтарыла. Шул уҡ ваҡытта властар бөтә пациенттарҙы айырым палаталарға урынлаштырырға һәм уларҙан коронавирусҡа тест алырға ҡушты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика