09:46 (UTC+5), 27 Май 2020

Өфөлә социаль такси эшләй башлай

Олег Яровиков
Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
1 июлдән Өфөлә социаль такси эшләй башлай. Беренсе төркөм инвалидтары һәм инвалид балалар өсөн юл йөрөү бушлай. Был хаҡта Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.
2020 йылдың июленән баш ҡалала «Deafмобиль» социаль такси хеҙмәте эшләй башлай. Проект ишетеү һәләте буйынса инвалидлығы булған өс водителде һәм рус ым-ишара теленән диспетчер-тәржемәсене күҙ уңында тота, тип хәбәр ителә. Хеҙмәт командаһы Өфө ҡалаһында оҙатыусылары менән беренсе төркөм инвалидтарҙы һәм инвалид балаларҙы бушлай хеҙмәтләндерә. Социаль такси пассажирҙары уның хеҙмәттәре менән айына 5 тапҡыр бушлай файҙалана ала.
Deafмобилдәрҙең көн һайын юл йөрөүе сикле, шуға күрә социаль такси хеҙмәтләндереүенә алдан заявкалар биреү хуплана, тип билдәләйҙәр ведомствола. Диспетчер хеҙмәтләндереүгә заявкаларҙы эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем ҡабул итә, ә «Deafмобиль» водителдәре заказдар буйынса көн һайын тәнәфесһеҙ һәм ял көнһөҙ иртәнге сәғәт 7-нән киске 10-ға хәтлем йөрөй.
Башҡортостан Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Өфөлә 9 меңдән ашыу беренсе төркөм инвалиды һәм инвалид бала йәшәй. Социаль проект һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләр өсөн социаль объекттарға транспорт менән барыу мөмкинлеген арттырыуға йүнәлтелгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика