08:39 (UTC+5), 26 Мая 2020

БДИ-2020 имтихан кампанияһының теҙмәһе үҙгәрҙе

IMPORT Сервисный
Ағымдағы йылда имтихан кампанияһын уҙғарыуҙың яңы календарь планы төҙөлдө, тип хәбәр итте Рособрнадзор. Быйылғы уҡыу йылында берҙәм дәүләт имтиханының календарь планы 29 июндә башлана.
29 һәм 30 июндә имтихандар һынау рәүешендә ойошторола.
Шунан һуң берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу этабы башлана.
3 июлдә географиянан, әҙәбиәттән һәм информатиканан берҙәм дәүләт имтиханы була. 6 һәм 7 июль – рус теле, 10 июль – профилле математика, 13 июль – тарих һәм физика, 16 июль – йәмғиәтте өйрәнеү һәм химия, 20 июль – биология һәм сит телдәр (яҙма), 22 һәм 23 июль – сит телдәр (телдән).
Резерв көндәр 24 июлгә (рус теленән һәм сит телдәрҙән тыш, бөтә фәндәр буйынса) һәм 25 июлгә (бөтә фәндәр буйынса) билдәләнгән.
Етди сәбәптәр буйынса июлдә Берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнаша алмағандар өсөн августа имтихан биреүҙең өҫтәмә осоро ҡаралған.
3 августа география, әҙәбиәт, информатика, биология, тарих һәм сит телдәр (телдән) буйынса Берҙәм дәүләт имтиханы була. 5 августа – рус теле, 7 августа – йәмғиәтте өйрәнеү, химия, физика, профилле математика һәм сит телдәр (яҙма). 8 августа теҙмәлә бөтә фәндәрҙән имтихан биреү өсөн резерв көн билдәләнгән.
Киләһе айҙы мәктәп уҡытыусыларына имтихан этабы алдынан ял итеү мөмкинлеге өсөн бүлеү күҙаллана.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылда Берҙәм дәүләт имтиханын юғары уҡыу йорттарына инергә йыйынған сығарылыш класс уҡыусылары ғына тапшыра.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика