15:56 (UTC+5), 22 Май 2020

Һәләк булған Өфө фотографы Юлиә Хәбибуллинаның кәүҙәһен Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән сығара алмайҙар

социаль селтәрҙәр
социаль селтәрҙәр
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фажиғәле һәләк булған Өфө ҡыҙы Юлиә Хәбибуллинаның кәүҙәһен әле һаман Ғәрәп Әмирлектәренән сығара алмайҙар. Был хаҡта социаль селтәрҙә уның туғандары һәм яҡындары хәбәр итте.
«22 майға Дубайҙан Рәсәйгә рейс бар. Ләкин консуллыҡтан документтарҙың әҙер булмауы сәбәпле, Юлиә был самолетҡа өлгөрмәй. Ә улар быны эшләй алмай, сөнки Дубай хоҡуҡ һаҡлау органдарының коронавирусҡа тест һөҙөмтәләрен алмайынса эште ябырға хоҡуғы юҡ», — тип ҡыҙҙың әхирәте Әлфиә Куманаеваның һүҙҙәрен килтерә Башҡортостан ДТРК-һы.
Ҡатмарлы эпидемиологик хәлгә бәйле, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән рейстың киләһе датаһы билдәһеҙ. Юлиәнең туғандары яндырыу вариантын ҡарамай – мосолман ҡанундары буйынса мәйет ерҙә ятырға тейеш. Ләкин ҡатмарлы хәл туғандарын фотографты Дубайҙа ерләү тураһында фекергә этәрә.
Бынан алда «Башинформ» Юлиә Хәбибуллинаның 15 майҙа һәләк булыуын хәбәр иткәйне. Ҡыҙ матур фото төшөрөргә теләгән, ләкин 10 метр бейеклектәге ҡаянан ҡолап төшкән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика