09:50 (UTC+5), 21 Мая 2020

Башҡортостанда Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу көнө июнгә күсерелде

Андрей Старостин
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостанда Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу көнө 2 майҙан 6 июнгә күсерелде. Дата быйылға ғына үҙгәртелде. Был турала яңы коронавирус инфекцияһының таралыуына ҡаршы көрәш буйынса оператив штаб кәңәшмәһендә республика башлығы Радий Хәбиров иғлан итте.
«Беҙ, халыҡтың зыяраттарҙы асыу үтенесенә таянып, йәнә дин әһелдәре менән кәңәшләштек», — тип аңлатты Башҡортостан етәксеһе.
Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына автобустар маршрутын уйларға, мәрхүмдәрҙең туғандары барырҙан алда зыяраттарҙы тәртипкә килтерергә, сүп-сарҙан таҙартырға, ағастарҙы ҡырҡырға һәм Иҫкә алыу көнөнән һуң сүпте йыйыу өсөн коммуналь көстәрҙе иҫәпләргә ҡушты.
Шулай уҡ Башҡортостан башлығы зыяраттарҙа бер урында күп кеше йыйылмауҙы күҙәтеүҙе һораны.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика