10:51 (UTC+5), 20 Май 2020

Сығарылыш кисәһенә битлектә: Башҡортостанда мәктәп аттестаттарын тапшырыу көнө тураһында мәсьәлә хәл ителә

Олег Яровиков
Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы уҡыу йылын тамамлау һәм байрам сараларын уҙғарыу тураһында мәғлүмәт баҫтырып сығарҙы. «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, туғыҙынсы һәм ун беренсе кластарҙа «Һуңғы ҡыңғырау» 29 майҙа дистанцион рәүештә ойошторола.
Республикала сығарылыш кисәләрен үткәреү мәсьәләһе хәл ителә. Мәғариф һәм фән министрлығының рәсми белдереүендә әйтелгәнсә, төп дөйөм һәм урта дөйөм белем тураһында аттестаттар тапшырыуҙы коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймаған санитар-эпидемиологик талаптарҙы тулыһынса үтәү шарттарында ойошторорға кәрәк.
«Аттестатҡа билдәләр ҡуйыуҙың үҙенсәлектәре, шулай уҡ аттестат тапшырыуҙың берҙәм көнө хаҡында мәғлүмәт өҫтәмә рәүештә дөйөм белем биреү ойошмаларына ебәрелә», — тип хәбәр иттеләр министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтенән.
Шулай уҡ республика Мәғариф һәм фән министрлығы тәҡдиме менән «Һуңғы ҡыңғырау» көнөндә сығарылыш класс уҡыусыларына бергә йыйылыу һәм тәбиғәткә сығыу тыйыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика