06:06 (UTC+5), 15 Мая 2020

Өфөлә «Өлгөлө ихата, йорт, подъезд» конкурсы башлана

Өфө хакимиәте
Сергей Николаев
Изге йолаға әүерелгән «Өлгөлө ихата, йорт, подъезд» конкурсы Өфөлә 2004 йылдан алып уҙғарыла. Уның маҡсаты – ҡаланың тышҡы йөҙөн, уның ихаталарын һәм йорттарын матурлау. Конкурста йортта йәшәүселәр, идара ойошмалары, торлаҡ милекселәре ширҡәттәре, торлаҡ һәм башҡа махсуслашҡан ҡулланыусылар кооперативтары ҡатнаша ала.
Конкурс ике этапта ойошторола. Районда – майҙан сентябргә тиклем. Ҡала этабы – 1 сентябрҙән 15 декабргә хәтлем. Район этабының һигеҙ еңеүсеһе ҡала этабына сыға. Махсус комиссия улар араһынан еңеүселәрҙе билдәләй. Йорт, ихата һәм подъезд, уларҙың төҙөклөгө, биҙәлеше, торлаҡ фондын техник файҙаланыу нормаларын үтәү, хеҙмәттәр өсөн бурыстың булмауы һәм башҡа параметрҙар баһалана.
Еңеүселәрҙе аҡсалата премия көтә, уны милекселәрҙең дөйөм йыйылышының ҡарары буйынса ихатаны, йортто, подъезды өҫтәмә төҙөкләндереү, шулай уҡ күп фатирлы йорт Советы рәйесен дәртләндереү өсөн тотонорға мөмкин (ләкин 10% артыҡ булмаҫҡа тейеш).
2019 йылда 51 ихата, 49 йорт һәм 49 подъезд «Өлгөлө йорт, ихата, подъезд» конкурсында ҡатнашырға ғариза биргәйне.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика