Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
87.98
+0.08
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Май 2020, 13:07

Майҙа һәм июндә республика халҡын оҙайлы ялдар көтә

Олег Яровиков
Олег Яровиков
Майҙа һәм июндә Башҡортостанда йәшәүселәрҙе йәнә оҙайлы ялдар көтә, тип белдерҙеләр республика Хеҙмәт министрлығында.
2020 йылдың 24 майы – Ураҙа байрамы — республикала ял көнө тип иғлан ителгән.
«Быйыл дини байрам йәкшәмбегә тура килә. Шуға күрә ял һәм байрам көндәре тап килгән осраҡта, ял байрамдан һуңғы эш көнөнә күсерелә, — тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә. —12 июнь – Рәсәй көнө – шулай уҡ эшләмәгән байрам көнө булып тора».
Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында Башҡортостанда 2020 йылдың 23, 24, 25 майы һәм 12, 13, 14 июне ял көндәре тип иҫәпләнә. Кесаҙна, 11 июндә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.
«Йыллыҡ төп йәки йыллыҡ өҫтәмә түләүле отпуск биргәндә 24 майҙағы һәм 12 июндәге байрам көндәре отпускының календарь көндәренә индерелмәй», — тип өҫтәнеләр Башҡортостан Хеҙмәт министрлығында.
Читайте нас: