11:22 (UTC+5), 13 Мая 2020

Башҡортостанда коронавирустан үлгән табип менән хушлаштылар

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Зыяратта ябыҡ табут һәм махсус костюм кейгән биш кеше. Егорьевск үҙәк район дауаханаһы терапевы Наил Саматовты һуңғы юлға шулай оҙаттылар. Ул Мәскәү өлкәһендә коронавирустан вафат булһа ла, ерләргә уны тыуған яғына – Салауат районы Ахун ауылына алып ҡайттылар, тип хәбәр итте «Салауат ерендә» гәзите.
Бынан алда «Башинформ» 2020 йылдың 6 майында Мәскәү өлкәһе поликлиникаһы терапевының яңы коронавирус инфекцияһынан вафат булыуы хаҡында яҙғайны. Наил Саматовҡа 28 йәш ине.
Ул Янғантау урта мәктәбен, ә былтыр «Дауалау эше» белгеслеге буйынса Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған. 2020 йылдың 30 ғинуарында Егорьевск үҙәк район дауаханаһының 3-сө поликлиникаһына эшкә урынлашҡан. Наил был сирҙе пациенттың өйөндә йоҡторған. Башҡортостан табибының исеме «Хәтер исемлеге»нә индерелгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика