12:42 (UTC+5), 08 Май 2020

Башҡортостанда 65 мең ветеранға өс мөйөшлө хаттар таратыла

Галина Бахшиева
Башҡортостанда йәшәгән 65 меңдән ашыу Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына һәм тыл эшсәненә Рәсәй президенты Владимир Путиндан шәхси ҡотлау менән өс мөйөшлө хаттар таратыла. Был хаттарҙы улар йыл аҙағына тиклем илдең теләһә ҡайһы нөктәһенә ебәрә ала, сөнки уларҙа почта түләүе билдәһе ҡуйылған.
Федераль элемтә агентлығы, Рәсәй почтаһы һәм «Марка» акционерҙар йәмғиәте Еңеүҙең һәр юбилейына ветерандар өсөн бушлай хаттар сығара.
«Был — хатты һуғыш йылдарындағы кеүек еңел генә өс мөйөш итеп бөкләп ебәрергә мөмкин булһын өсөн махсус трафаретлы ҡағыҙ, — тине Федераль почта элемтәһе Башҡортостан идаралығының матбуғат секретары Борис Слуцкий. — Ул ваҡытта өс мөйөшлө хаттарҙы ябай ҡағыҙға яҙғандар. Үҙенсәлекле бөкләү схемаһы конверт талап итмәгән, адрес ҡағыҙҙың тышҡы яғына яҙылған. Яугирҙәргә хат килтереү ҡорал, патрон һәм снаряд ташыу һымаҡ мөһим эш һаналған. 1941-1945 йылдарҙа почта хеҙмәте бөтәһе 6 миллиардтан ашыу фронт хаты ташыған».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика