14:13 (UTC+5), 30 Апреля 2020

Республикала балалар лагерҙары 13 июлдән эшләй башлай

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостанда балалар лагерҙары 13 июлдән эшләй башлай. Ҡала ситендәге лагерҙарҙа 21 көнлөк ике смена йә иһә 14 көнлөк өс смена ойошторола. Бөгөн республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә вице-премьер Фәнүр Йәғәфәров ошо хаҡта белдерҙе.
Коронавирус таралыуына юл ҡуймау өсөн сикләү саралары индерелеүенә бәйле балалар ялы ойошмаларының эшмәкәрлеге һәм уларҙа йәйге миҙгелгә әҙерлек 28 марттан 1 июнгә тиклем ваҡытлыса туҡтатылды. Һауыҡтырыу ойошмаларына юлламалар ҙа һатылмай.
«Әлеге ваҡытта республика биләмәһендә урынлашҡан балалар ялы һәм уларҙа һауыҡтырыу ойошмалары реестрын булдырыу эше алып барыла. Бөгөнгә асыу планлаштырылған 2630 лагерҙың 2081-е реестрҙа бар. Ҡалған 549 лагерға санитар-эпидемиологик һығымталар алырға кәрәк. Был процедура Гигиена һәм эпидемиология үҙәге хеҙмәткәрҙәренең урындарға сыға алмауына бәйле туҡтатылды», — тип билдәләне вице-премьер.
Йәйге ял буйынса әҙерлек сараларын 12 майҙан, изоляция режимы тамамланғандан һуң башлау күҙаллана.
Фәнүр Йәғәфәров балалар лагерҙарына һатып алған юлламаларҙы кире ҡайтарыу мәсьәләһенә лә аңлатма бирҙе. Ата-әсәләрҙең аҡсаны кире ҡайтарыу йәки икенсе сменаны һайлау мөмкинлеге бар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика