Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.31
-0.38
98.47
-0.09
83.75
+0.22
12+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Апрель 2020, 11:33

Гидрометүҙәктә рекордлы эҫе йыл фаразланылар

Ксения Калинина
Ксения Калинина
2020 йылдың иң эҫе биш йыл иҫәбенә инеүе мөмкин. Был хаҡта Гидрометүҙәктең ғилми етәксеһе Роман Вильфанд хәбәр итте.
Биш йыллыҡ һайын температура күтәрелә, был глобаль йылыныу өсөн хас, тип билдәләне ул.
«Бәлки, йыл рекордлы йылы булмаҫ, ләкин температуралар дәрәжәһендә икенсе йәки өсөнсө. Ләкин температура, һис шикһеҙ, юғары булыр. Уның иң эҫе биш йыл иҫәбенә инеү ихтималлығы 99%», — тип Роман Вильфандтың һүҙҙәрен килтерә РИА Новости агентлығы.
Бынан алда Американың Океанды һәм атмосфераны тикшереү буйынса милли идаралығы ғалимдары 2020 йыл 75% ихтималлыҡ менән тарихта иң эҫеһе булыр, ә 99,9% ихтималлыҡ менән йылы буйынса рекордлы биш йыл иҫәбенә инер тип хәбәр иткәйне.
Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда быйыл апрель ямғыр һәм көслө ел менән тамамлана. Дүшәмбе һәм шишәмбе, 27 һәм 28 апрелдә, көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен фаразлана. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ киҫкен. Һауа температураһы төндә +3, +8, көндөҙ 11-16 градус була. Шаршамбы, 29 апрелдә, ямғыр, төндә урыны менән ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, йүнәлешен төньяҡ-көнбайышҡа үҙгәртеүсән, тиҙлеге секундына 7-12 метр, урыны менән 18 метрға тиклем. Һауа температураһы төндә +1, +6, көндөҙ 6-11 градус була.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: