17:02 (UTC+5), 24 Апрель 2020

Өфөлә «Үлемһеҙ полк» акцияһы телевизион форматта ойошторола

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
9 майҙа баш ҡаланың «Вся Уфа» телеканалында Еңеү көнөнә арналған телемарафон уҙғарыла.
Эфирҙа Бөйөк Ватан һуғышы тураһында шиғырҙар һәм ҡотлауҙар яңғырай.
Бынан тыш, марафон барышында телевизион форматта «Үлемһеҙ полк» акцияһы була. Һуғышта ҡатнашыусыларҙың портреттары һәм герой тураһында ҡыҫҡаса хикәйә менән видеояҙманы әле үк allufatv@mail.ru электрон почтаһына ебәрергә мөмкин.
«Коронавирус менән бәйле хәл Еңеү көнөн байрам итеүгә төҙәтмәләр индерһә лә, беҙ барыбер ошо бөйөк байрамды билдәләрбеҙ», — тип белдерҙе телеканал етәкселеге.
Был көндә тура эфирҙа +7 (347) 254-70-08 телефоны буйынса беҙгә тыныс тормош бүләк иткәндәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә мөмкин.
Телемарафон иртәнге сәғәт 9-ҙа башлана.
Бынан алда «Үлемһеҙ полк» халыҡ акцияһын ойоштороусылар рәсәйҙәргә социаль селтәрҙә #Үлемһеҙполкөйҙә һәм #минеңполкымөйҙә хэштегтары менән атай-олатайҙарының, әсәй-өләсәйҙәренең тарихы тураһында яҙырға тәҡдим итте. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү яулаған ҡаһармандарҙың тарихтары онлайн-трансляцияла күрһәтелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика