09:40 (UTC+5), 21 Апреля 2020

Рәсәйҙә үҙизоляция режимын май байрамдарына оҙайтырға ниәтләйҙәр

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Рәсәйҙә үҙизоляция режимы май байрамдарына, шулай уҡ улар араһындағы эш көндәренә оҙайтылыуы ихтимал. Был – федераль властар тикшергән төп сценарий. Ошо хаҡта үҙ сығанаҡтарына һылтанма менән РБК хәбәр итте.
Баҫма әңгәмәсеһе фекеренсә, әгәр кешеләр өйҙә ултырһа, был коронавирустың артабан таралыуына юл ҡуймаҫҡа булышлыҡ итер ине.
Икенсе сценарий: эшләмәгән аҙналар режимын май уртаһына тиклем оҙайтыу, ти мәсьәләне тикшереү барышы менән таныш булған икенсе сығанаҡ. Хәл мөшкөлләнгән осраҡта үҙизоляцияның 1 июнгә тиклем оҙайтылыуы мөмкин, тип өҫтәне ул.
Бынан алда Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республикала үҙизоляция режимын кәмендә майға тиклем оҙайтты. Был турала ул 16 апрелдә республика хөкүмәтендәге кәңәшмәлә белдерҙе.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Хеҙмәт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Яҙ һәм хеҙмәт байрамы һәм Бөйөк Еңеү көнө уңайынан һигеҙ көн ял була. Республикала йәшәүселәр биш көн рәттән – 1 майҙан 5-енә тиклем ял итә. Һуңынан 6 майҙан 8-енә хәтлем — ҡыҫҡа эш аҙнаһы. 9-11 май — байрам көндәре. Өҫтәүенә 30 апрелдә һәм 8 майҙа эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика