Республика башлығының 17 апрелдәге Указына ярашлы, аҙнаһына ике тапҡыр юлға сығырға мөмкинлек бирелә, шуларҙың берәүһе баҡсаға (барып ҡайтыу), шулай уҡ һунарға (бер яҡҡа барыу өсөн юлда ваҡыт 90 минуттан артмаҫҡа тейеш). Автотранспортта сығыу өсөн һунарсыларға алдан уҡ
doroga02.ru электрон сервисында теркәлергә кәрәк. Ҡош аулауға рөхсәт алырға теләгән һунарсылар
Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ғариза бирә һәм шунда уҡ 30% ташлама менән дәүләт пошлинаһын түләй ала. Бындай ғаризалар тәү сиратта ҡарала һәм ғариза биреүсегә һунарсы билеты буйынса сиратһыҙ бирелә. Алдан яҙылыу өсөн телефон: 8-347-2180436, 8-347-2180443.