13:39 (UTC+5), 20 Апреля 2020

Өфөлә Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының баш табибы үҙизоляцияға ебәрелә

Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
20 апрелдә Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында 14 көнлөк карантин тамамлана. 21 апрелдән медицина учреждениеһы хеҙмәткәрҙәренең ике аҙналыҡ үҙизоляция осоро башлана. Шул иҫәптән Республика клиник дауаханаһының баш табибы Эльза Сыртланова ла 5 майға тиклем үҙизоляцияға ебәрелә.
Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, дауахананың баш табибы вазифаһын Евгений Кустов башҡара.
Алдан хәбәр ителгәнсә, Евгений Кустов 11 апрелдә үк Эльза Сыртлановаға ярҙам итеү өсөн Белорет дауаханаһынан урынбаҫар вазифаһын башҡарыусы итеп күсерелгәйне.
«20 апрелдә эштәр һәм пациенттар яңы медицина хеҙмәткәрҙәре бригадаһына тапшырыла, 21 һәм 22 апрелдә аҙаҡҡы дезинфекция үткәрелә, 23 апрелдән 5 майға тиклем учреждение ашығыс күрһәтмәләр буйынса медицина ярҙамына мохтаж Өфө ҡалаһының һәм Үҙәк медицина округының COVID-19 менән бәйләнешкә ингәндәр өсөн генә эшләй», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола.
6 майҙан 31 майға хәтлем Республика клиник дауаханаһы бәйләнешкә ингән пациенттар, шулай уҡ коронавируслы пациенттар өсөн эшләй башлай. Әлеге ваҡытта пульмонология бүлексәһендә ятҡандар ҙа дауаланыуын дауам итә. Хәлдәре бер аҙ яҡшырыу менән улар йәшәгән урындары буйынса табип күҙәтеүенә күсерелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика