16:51 (UTC+5), 17 Апреля 2020

Республикала аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр өсөн аҙыҡ-түлек йыйылмаһына нимәләр инеүе хаҡында һөйләнеләр

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостанда аҙыҡ-түлек йыйылмалары составы хаҡында һөйләнеләр. Тәүге 200 йыйылманы тапшырыу бөгөн үк башлана.
Аҙыҡ-түлек йыйылмаһында ярмалар (ҡарабойҙай, дөгө, борсаҡ), сәй, консервалар, Ҡарлыман ҡуйыртылған һөтө, макарон, май, һөт, печенье, шәкәр, Бүздәк ашы һәм кеҫәл бар. Йыйылманың 80 проценты — урында етештерелгән продукция.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылдың 23 апреленән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, шул иҫәптән йән башына уртаса килеме бала өсөн йәшәү минимумы дәүмәленән (9200 һум) аҙыраҡ булған аҙ тәьмин ителгән, ишле ғаиләләргә аҙыҡ-түлек йыйылмалары тарата башлайҙар.
Уларға аҙыҡ-түлек йыйылмаларын «Берҙәм Рәсәй» ирекмәндәре килтереп бирә. Акция 2020 йылдың 1 майында тамамлана.
Башҡортостандың 72 мең аҙ тәьмин ителгән ғаиләһенә 100 мең аҙыҡ-түлек пакеты таратыла. Уларҙы республика предприятиелары бүлгән 70 миллион һумға әҙерләйҙәр.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика