Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
89.32
+0.21
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Апрель 2020, 20:10

Студенттарға рәсми рәүештә мәктәптәрҙә уҡытырға рөхсәт итеүҙәре ихтимал

Рәсәйҙә студенттарға рәсми рәүештә мәктәптәрҙә уҡытырға рөхсәт итеүҙәре ихтимал. Дәүләт Думаһы ошо закон проекты өҫтөндә эште көсәйтә. Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин шундай йөкләмә бирҙе.
Парламентарийҙар студенттарға мәктәптәрҙә уҡытырға рөхсәт иткән закон проектын икенсе уҡыуҙа ҡарауға әҙерләргә тейеш.
Дәүләт Думаһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, бынан алда Рәсәй Федерацияһы президенты февралдә Череповец ҡалаһында йәмәғәтселек вәкилдәре менән осрашыу йомғаҡтары буйынса йөкләмәләр исемлеген раҫланы. Йөкләмә пункттарының береһе – Дәүләт Думаһына «Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында» федераль закондың «студенттарҙы белем биреү эшмәкәрлеген ғәмәлгә ашырыуға рөхсәт биреү» өлөшөнә ҡағылышлы 46-сы һәм 108-се статьяларына үҙгәрештәр индереүҙе тиҙләтеү тәҡдиме.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: