07:41 (UTC+5), 15 Апреля 2020

Өфөлә «Ҡаланы йәшелләндереү хужалығы» хеҙмәткәрҙәре көнөнә 100 битлек тегә

Валерий Шахов
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Өфөнөң тағы бер предприятиеһы битлектәр тегеү эшенә тотондо. «Ҡаланы йәшелләндереү хужалығы» муниципаль предприятиеһы яңы коронавирус инфекцияһы таралыуын кәметеү өсөн битлектәр тегеүҙе яйға һалды.
Өфө мэрияһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, бер нисә йыл элек предприятиела тегеү цехы асылған, унда «Ҡаланы йәшелләндереү хужалығы» һәм коммуналь өлкә ойошмалары эшселәре өсөн махсус кейем етештерелгән. Шуға күрә ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә битлектәр тегеү эше ойошторолдо. Көнөнә цех хеҙмәткәрҙәре 100 әҙер битлек тапшырып өлгөрә.
«Битлектәр ГОСТ талаптарына һәм санитар нормаларға ярашлы тегелә. Мотлаҡ шарттарҙың береһе – аллергия тыуҙырмаған туҡымалар. Ҡалдыҡһыҙ етештереү яйға һалынған», — тине тегеү цехы етәксеһе Рәмил Яҡупов.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Өфөнөң 25 предприятиеһы битлектәр тегеү менән шөғөлләнә. Тәүлегенә улар 38 меңдән ашыу битлек әҙерләй. Хаҡы, битлектең материалына һәм моделенә ҡарап, 50-нән алып 200 һумға тиклем тәшкил итә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика