04:41 (UTC+5), 13 Апреля 2020

Өфөлә Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының 52 пациентында коронавирус раҫланған

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Өфөлә Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының баш табибы Эльза Сыртланова «Фейсбук»тағы сәхифәһендә халыҡҡа мөрәжәғәт итте. 12 апрелгә дауаханала 130 пациент пневмония менән ята, шуларҙың алтауһы - реанимацияла, тип белдерҙе ул. Уларҙың 40 процентында (52 пациент) коронавирус раҫланған.
«Бөтәбеҙ ҙә, башҡа дауаханаларҙағы коллегаларыбыҙ ҙа, иртәме, һуңмы ошо коронавируслы пациенттар менән осрашырбыҙ. Беҙҙең табиптар әле үк ошо сирҙе дауалауҙа эксперттар була ала», — тип билдәләне баш табип.
Бөгөнгә дауаханала карантин шарттарында 700-ләгән медицина хеҙмәткәре эшләй һәм шунса уҡ пациент. Сыртланова һүҙҙәренсә, медицина персоналы шәхси һаҡланыу саралары менән тәьмин ителгән, бер һәм күп тапҡыр ҡулланырға мөмкин булған костюмдар, битлектәр, бирсәткәләр, дарыуҙар ҙа етә.
Республика клиник дауаханаһының ревматология бүлеге мөдире Римма Камалова «Уфа1» баҫмаһына интервьюһында әйтеүенсә, әлеге ваҡытта уның бүлексәһендә 41 пациент һәм 10 хеҙмәткәр — карантинда, 12 пациентта һәм 4 докторҙа — пневмония. Улар 6 апрелдә йәнә коронавирусҡа анализ тапшырған, һөҙөмтәләр 16 апрелдә көтөлә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика