Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
87.67
-0.23
9+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Апрель 2020, 09:29

Изоляция режимы осоронда Башҡортостанда нотариустар нисек эшләй

7 апрелдә Башҡортостанда нотариустар физик һәм юридик берәмектәрҙе ҡабул итә башланы. Документтар «дежур нотариаль конторалар»ҙа ҡабул ителә. Бындай процедура республикала «юғары әҙерлек» режимы бөтөрөлгәнсе һаҡлана.
«Нотариустар алдан яҙылған клиенттар менән генә эшләй, барлыҡ санитар-эпидемиологик талаптар теүәл үтәлә», — тип белдерҙеләр Башҡортостан Республикаһы Нотариаль палатаһының матбуғат хеҙмәтендә.
Биналар дезинфекциялана, нотариустар битлектәр кейеп эшләй. Түләү ҡулаҡсаһыҙ башҡарыла. Нотариаль контораларға барғанда үҙең менән шәхси һаҡланыу саралары булырға тейеш.
Дежур нотариустар исемлеген Башҡортостан Республикаһының Нотариаль палатаһы сайтында табырға йәки ҡыҙыу бәйләнеш телефоны буйынса белергә мөмкин: 8 (347) 200-82-92.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: