Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
82.02
-0.57
93.25
-0.08
67.96
+2.11
10+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Апрель 2020, 19:24
Республикала көслө ел һаҡлана һәм епшек ҡар яуыуы көтөлә
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
8 апрелдә лә Башҡортостанда көслө ел көтөлә. Башгидрометүҙәк белгестәре мәғлүмәттәре буйынса, төндә урыны менән елдең тиҙлеге секундына 20 метрға етеүе мөмкин, юлдар тайғаҡ.
Шуның менән бергә епшек ҡар яуыуы ихтимал. Һауа температураһы төндә -8 градусҡа тиклем, ә көндөҙ термометр бағанаһы +5-кә тиклем күтәрелә.
Өфөлә кискә табан ҡар яуыуы фаразлана. Төндә баш ҡалала -4 градус, көндөҙ +2-гә тиклем.
http://www.bashinform.ru/news/1435423-v-bashkirii-sokhranitsya-silnyy-veter-i-pridet-mokryy-sneg-s-gololeditsey/
Автор:
Альмира Давлетбаева
Теги:
һауа торошо
башгидрометүҙәк
Читайте нас: