Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
82.3
-0.47
93.68
-0.48
65.27
+0.6
14+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Апрель 2020, 11:13
Бөгөн Өфөнөң дежур балалар баҡсаларына 280 бала килде
Олег Яровиков
Өфөнөң изоляция режимы ваҡытында эшләгән дежур балалар баҡсаларына бөгөн 450 урынына 280 бала килде. Был хаҡта мэриялағы оператив кәңәшмәлә Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова хәбәр итте.
«7 апрелдә Өфөлә 132 хеҙмәткәр балалар баҡсаларына эшкә сыҡты. 22 дежур балалар баҡсаһы эшләй. 280 бала килде. Кисә беҙ 450 бала көткәйнек, әлбиттә. Төштән һуң Өфө мэрияһы сайтында 8 апрелдә эшләргә тейешле балалар баҡсаларының дежур төркөмдәре баҫылып сыға», — тип белдерҙе ул.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә
, дежур төркөмдәр ата-әсәләре өҙлөкһөҙ цикллы ойошмаларҙа эшләгән балалар өсөн ойошторолған. Баланы икенсе балалар баҡсаһына күсерергә кәрәк булған осраҡта ата-әсәгә мотлаҡ хәбәр ителә.
http://www.bashinform.ru/news/1435045-v-dezhurnye-detsady-ufy-prishlo-280-detey/
Теги:
коронавирус
балалар баҡсалары
Читайте нас: