08:49 (UTC+5), 25 Марта 2020

Республикала коронавирус йоҡторған дүртенсе сирле тураһында билдәле булды

pixabay.com
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостанда дүрт кеше коронавирус инфекцияһы менән сирләй, тип хәбәр итте беренсе вице-премьер Андрей Назаров «Фейсбук»тағы сәхифәһендә. «Уларҙың хәле тотороҡло. Улар изоляцияланған. Яҡындары, һуңғы ваҡытта кем менән аралашҡандары асыҡланған. Коронавирус пандемияһына бәйле күрелгән барлыҡ һөҙөмтәле саралар хәҙер хәлгә идара итергә мөмкинлек бирә. Бөтәһенең дә тыныслыҡты һаҡлауҙарын һәм план буйынса эш итеүҙәрен һорайым», — тип яҙҙы ул.
Әлеге ваҡытта дүртенсе сирленең Өфө районында йәшәгәнлеге, яңыраҡ сит илдән ҡайтҡанлығы билдәле. Ул шунда уҡ карантинға киткән. Тестың икенсе пробаһы ыңғай һөҙөмтә биргән. 24 мартта пациент 4-се йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы бокстарының береһенә урынлаштырылған. Сирленең туғандары тикшерелгән, уларҙың пробаһы кире һөҙөмтә биргән.
Беренсе вице-премьер һүҙҙәренсә, бөтә кәрәкле оператив мәғлүмәт рәсми сайттарҙа баҫыла. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы көн һайын сәғәт 2-лә брифингтар үткәрә, трансляция интернетта күрһәтелә.
Хөкүмәт аэропортта, тимер юлында һәм йәмәғәт тарнспортында контроль сараларын тағы ла көсәйтергә ҡушты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика