Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.75
+0.11
90.28
+0.12
62.51
+0.52
-6 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Март 2020, 12:22

Башҡортостанда Ағиҙел һәм Өфө йылғаларында һыу күтәрелә башланы

архив
архив
Башҡортостанда ташҡын башлана: ҙур йылғаларҙа һыу кимәленең бер аҙ күтәрелеүе теркәлгән. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, Ағиҙел йылғаһы Стәрлетамаҡ янында – 1 сантиметрға, Өфө эргәһендә 3 сантиметрға күтәрелгән.
Өфө йылғаһы Шакша биҫтәһе янында 16 сантметрға «артҡан». Бочкаревка ауылы эргәһендә Дим йылғаһы гидропосында һыу әлегә күтәрелмәгән.
Аҙна аҙағына көндәрҙең +7 градусҡаса йылытыуы көтөлә, ташҡындың әүҙемләшеүе мөмкин.
Автор: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: ташҡын
Читайте нас