07:42 (UTC+5), 23 Марта 2020

2 апрелдән Башҡортостан мәктәптәре алыҫтан тороп уҡыуға күсә

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
2 апрелдән Башҡортостан мәктәптәре алыҫтан тороп уҡый башлай. Ошо хаҡта Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтендәге кәңәшмәлә мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдерҙе.
«23 марттан 1 апрелгә тиклем мәктәптәрҙә каникулдар була. 2 апрелдән мәктәптәр алыҫтан тороп уҡыуға күсә. 1 апрелгә тиклем республиканың барлыҡ дөйөм белем биреү ойошмалары йөҙ процентҡа дистанцион уҡытыуға күсергә әҙер булырға тейеш», — тип билдәләне министр.
Федераль Мәғариф һәм фән министрлығы тәҡдиме буйынса дәрестәр 30 минутҡа тиклем ҡыҫҡартыла.
24 марттан 1 апрелгә хәтлем уҡытыусылар алыҫтан тороп уҡытыу нигеҙҙәрен өйрәнә. Дистанцион уҡыуға күсеү буйынса ҡыҙыу бәйләнеш: +7 (347) 292-11-52.
Бөгөнгә республиканың бөтә 96 колледжы алыҫтан тороп уҡыуға күсте. Юғары уҡыу йорттары ла 16-18 марттан дистанцион уҡыуҙа.
Республика башлығы Радий Хәбиров 2 апрелдән уҡый башларға кәрәклегенә баҫым яһаны.
«Балаларыбыҙҙың каникулы - 2 апрелгә тиклем. Уларҙың күңеле төшмәһен, эш менән булһындар, уҡыһындар. Алыҫтан тороп уҡытыуҙы ойоштороу өсөн Мәғариф министрлығына үҙенең иң яҡшы ижади сифаттарын күрһәтергә кәрәк. Был — ҡатмарлы бурыс, бығаса булмаған хәл. Технологик яҡтан да әҙер түгелбеҙ, уйларға кәрәк: бөтә ерҙә лә интернет бар тип әйтеп булмай. Ҡайҙалыр интернет бар, оҫталыҡ юҡ. Бер аҙна ваҡыт бар, коллегаларығыҙҙың иң яҡшы тәжрибәләрен өйрәнегеҙ. Әҙерләнегеҙ, 2 апрелдән алыҫтан тороп уҡыу башлана», — тине Радий Хәбиров.
Каникулдарҙы 12 апрелгә тиклем оҙайтыу йәки оҙайтмау тураһында кесаҙна көндө иғлан ителә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика