03:55 (UTC+5), 20 Март 2020

Республикала сит илдән ҡайта алмаған туристар өсөн ҡыҙыу бәйләнеш эшләй

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
Республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты һәм «БашТурСоюз» ассоциацияһы Башҡортостанда йәшәүселәргә яңы коронавирус инфекцияһы пандемияһына бәйле сәйәхәттәр һәм уларҙы күсереү мәсьәләләрендә ярҙам күрһәтеү өсөн ҡыҙыу бәйләнеш асты. Телефон 8 800 505 94 56. Был хаҡта көн һайын уҙғарылған брифингта дәүләт комитеты рәйесе Салауат Нафиҡов хәбәр итте.
«Әгәр һеҙ хәүеф янаған илгә юллама һатып алғанһығыҙ икән, сәйәхәттән тыйылырға кәңәш бирәбеҙ. Турагент менән һөйләшеп, сәйәхәтегеҙҙе икенсе ваҡытҡа йәки илгә күсерә алаһығыҙ, — тип билдәләне Салауат Нафиҡов. — Йәйгә хәл тынысланыр тип көтәбеҙ һәм йәйге турҙарҙы ғәмәлдән сығармаҫҡа тәҡдим итәбеҙ. Әгәр әлеге ваҡытта турҙы күсереү мөмкинлегегеҙ булмаһа, тур өсөн аҡсаны файҙаланмай тоторға була, улар унда тулы күләмдә һаҡлана. Әгәр аҡсаны кире ҡайтарырға теләһәгеҙ, юллама һатып алған турагентлыҡҡа барып, килешеүгә ярашл эш итәһегеҙ».
Ҡыҙыу бәйләнеш эш көндәрендә — иртәнге сәғәт 10-дан киске 8-гә тиклем, ял көндәрендә сәғәт 11-ҙән 6-ға хәтлем эшләй, шул иҫәптән COVID-2019 менән хәлгә бәйле өйҙәренә ҡайта алмаған Башҡортостан граждандары өсөн дә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика