10:17 (UTC+5), 20 Марта 2020

Өфөлә йәмәғәт транспорты туҡталыштарын дезинфекциялайҙар – видео

Олег Яровиков
Галина Бахшиева
Өфөлә бөгөндән коронавирустың таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн йәмәғәт транспорты туҡталыштарын дезинфекциялай башланылар, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына баш ҡаланың муниципаль электр транспорты идаралығынан.
Йома иртән «Калинин исемендәге парк» туҡталышында тулыһынса дезинфекция үткәрелде.
«Тәүҙә уны йыуҙылар, һуңынан В хлорамины менән дезинфекция үткәрҙеләр һәм ҡоро сепрәк менән һөртөп алдылар. Шунан һуң ғына уны артабан ҡулланыуға әҙер тип иҫәпләргә мөмкин», — тип белдерҙе «Башинформ»ға хеҙмәтте һаҡлау һәм сәнәғәт, экологик хәүефһеҙлек хеҙмәте етәксеһе Данир Борханов.
Уның һүҙҙәренсә, бөгөн көндөң икенсе яртыһында «Комаров урамы» туҡталышынан башлап «Колхоз баҙары» туҡталышына тиклем туҡталыш павильондары шул рәүешле эшкәртелә. Йәмәғәт транспорты туҡталыштарын санитар эшкәртеүгә 20-ләгән кешене йәлеп итеү күҙаллана.
Өфөлә бөтә йәмәғәт транспорты туҡталыштарын санитар эшкәртеү планлаштырыла.
«Апрель аҙағына тиклем көн һайын туҡталыштарҙы тулыһынса дезинфекциялау күҙаллана», — тип өҫтәне Данир Борханов.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 17 марттан Өфөлә трамвайҙарҙа һәм троллейбустарҙа дезинфекция үткәрелә башланы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика