07:21 (UTC+5), 19 Марта 2020

Республикала туберкулез менән сирләүселәр арта – Роспотребнадзор

tomografa.net
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостанда икенсе йыл рәттән туберкулез менән сирләүселәрҙең артыуы күҙәтелә. Роспотребнадзорҙың республика идаралығы матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, 2019 йылда туберкулез менән ауырыу кимәле 100 мең кешегә 43,8 осраҡ тәшкил иткән. Был 2018 йылға ҡарағанда 10% юғарыраҡ — 39,8 осраҡ. 2017 йылда күрһәткестәр 100 мең кешегә 40,9 осраҡтан саҡ ҡына юғарыраҡ булған.
Башҡортостанда ауырыуҙың уртаса күрһәткестәре лә Рәсәй һәм Волга буйы федераль округы менән сағыштырғанда 13,4% һәм 15,8% юғарыраҡ булған (2018 йылда — 5,3% һәм 1,3%).
Сирлеләрҙең күбеһе Белорет (96,3), Иглин (90,7), Салауат (84,9) райодарында теркәлгән. Шуның менән бергә ведомствола балалар араһында туберкулез менән ауырыуҙың сағыштырмаса ыңғай яҡҡа үҙгәреүен билдәләнеләр. Уҙған йылда ул 4,8% кәмеп, 100 мең балаға 4,5 тәшкил иткән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика