03:55 (UTC+5), 19 Март 2020

«Өфө» аэропортынан һигеҙ илгә тура рейстар туҡтатылды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
18 мартта «Өфө» аэропорты туҡтатылған халыҡ-ара рейстар тураһында мәғлүмәтте яңыртты. Ҡарар яңы коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефе янауы сәбәпле һаҡлыҡ сараһы булараҡ ҡабул ителде. Бөтә осраҡтарҙа ла баш ҡаланың һауа ҡапҡаһы белгестәре аҡсаны ҡайтарыу буйынса авиакомпанияларға йәки билет һатып алған урындарға мөрәжәғәт итергә кәңәш бирә.
Түбәндәге рейстар туҡтатылды:
3 апрелдән 24-енә тиклем — Red Wings авиакомпанияһының Анталья-Өфө-Анталья рейсы;
19 марттан 30 апрелгә хәтлем — Buta Airways авиакомпанияһының Өфө-Баҡы-Өфө рейсы;
18 марттан 1 апрелгә тиклем — «Узбекистон хаво йуллари» авиакомпанияһының Өфө-Ташкент-Өфө рейсы;
20 марттан 24 апрелгә хәтлем — NordStar авиакомпанияһының Өфө-Баҡы-Өфө рейсы;
19 марттан 29 апрелгә тиклем — «Урал һауа юлдары» авиакомпанияһының Өфө-Дүшәнбе-Өфө рейсы;
30 марттан 28 майға хәтлем — «Азимут» авиакомпанияһының Өфө-Ереван-Өфө рейсы;
30 ғинуарҙан 28 майға тиклем — «Ай Флай» авиакомпанияһының Өфө-Санья рейсы;
19 марттан — «Азур эйр» авиакомпанияһының, ә 21 марттан «Роял Флайт» авиакомпанияһының Өфө-Гоа рейсы;
20 марттан 29 майға тиклем — «Ютэйр» авиакомпанияһының Өфө-Вена рейсы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика