05:44 (UTC+5), 19 Марта 2020

Башҡортостанда мәктәптәр дистанцион уҡытыуға күсә, ә балалар баҡсаларында махсус саралар индерелә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
5 апрелгә тиклем дауам иткән яҙғы каникулдан һуң Башҡортостандың барлыҡ мәктәптәре дистанцион уҡытыуға күсә. Был турала республика мәғариф министры Айбулат Хажин белдерҙе. Уҡыусылар ял иткәндә, уҡытыусылар электрон ҡорамалды файҙаланыу буйынса квалификацияны күтәреү курстарын үтергә тейеш.
«Ата-әсәләре һәм законлы вәкилдәре баланы өйҙә ҡалдырыу мөмкинлеге булмаған уҡыусылар өсөн мәктәптәрҙә 15 кешенән артмаған махсус төркөмдәр ойошторола», — тине мәғариф министры.
Айбулат Хажин һүҙҙәренсә, уҡыусылар программанан артта ҡалмай, шуға күрә бер кем дә программаны йәйгә оҙайтырға йыйынмай.
Республикала балалар баҡсалары карантинға ябылмай. Ләкин ата-әсәләр өсөн сикләүҙәр индерелә: оҙатып килгәндәрҙе мәктәпкәсә белем биреү бинаһына индермәйҙәр, баланы инә торған ерҙә тапшырырға кәрәк. Шулай уҡ һәр сабыйҙың температураһын тикшерәләр. Балалар баҡсаларында көн һайын дезинфекция үткәрәләр.
Бынан тыш, министрлыҡта йәйге лагерҙарҙың каникулда балаларҙы ҡабул итергә әҙерләнеүен, ғаризалар ҡабул ителеүен белдерҙеләр.
19 марттан Башҡортостан Мәғариф министрлығының коронавирус инфекцияһы буйынса хәлде асыҡлау өсөн «ҡыҙыу бәйләнеш»е асыла. Телефон: +7 (347) 292-11-52. Ул эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем эшләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика