06:47 (UTC+5), 19 Март 2020

«Айыҡ ауыл» конкурсының төп еңеүсеһе билдәләнде

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Ләйлә Аралбаева
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған «Айыҡ ауыл» республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Республика Йортонда еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Беренсе урынды һәм 500 мең һумлыҡ премияны Ейәнсура районының 1010 кеше йәшәгән Башҡорт Үргене ауылы алды.
«10-15 йыл элек Башҡорт Үргененең районда эскелек тамыр йәйгән тигән даны бар ине. Бер йылда байтаҡ эш башҡарылды: иҫерткес эсемлектәр һатыу нөктәләре бөтөрөлдө, уңышһыҙ ғаиләләр шефлыҡҡа алынды. Эш балалар баҡсаһынан башлана, сабыйҙар – өлкән быуын хәстәрлегендә. Балан байрамы, йәрминкәләр, башҡа сағыу саралар халыҡҡа ҡул ҡаушырып ултырырға форсат бирмәй. Бөгөн бында башҡа ауылдарҙан да күсәләр», — тине конкурсы ойоштороусылар.
Икенсе урында – Баймаҡ районы Йылым ауылы. Улар 250 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде. Өсөнсө урынды – 150 мең һумлыҡ сертификатты Асҡын районы Ҡарткиҫәк ауылы яуланы.
Наградаларҙы тапшырып, Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров халыҡ проектының мөһимлеген билдәләне һәм конкурста ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе.
«Беҙҙең уңыш кеше ғүмерҙәре менән үлсәнә. Беҙ суррогат менән ағыуланыуға ҡаршы көрәшәбеҙ, кешеләрҙе ҡотҡарабыҙ», — тине республика башлығы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика