06:51 (UTC+5), 17 Март 2020

Коронавирус арҡаһында Рәсәйҙә БДИ-ны ваҡытынан алда тапшырыу этабы күсерелә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Рәсәйҙә коронавирустың таралыуына бәйле Берҙәм дәүләт имтиханын ваҡытынан алда тапшырыу этабы күсерелә. Был хаҡта хөкүмәт ҡарамағындағы Рәсәй Федерацияһында коронавирустың таралыуына ҡаршы көрәш буйынса координация советының беренсе ултырышында вице-премьер Татьяна Голикова белдерҙе. «Имтихандар теҙмәһенә үҙгәрештәр индерҙек, БДИ-ны ваҡытынан алда тапшырыу ваҡыты күсерелде. Әлегә ваҡытын билдәләмәгәнбеҙ, ләкин тиҙҙән әйтербеҙ. Әммә был һынау тотоусылар һәм юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү өсөн зыянһыҙ булыр тип әйткем килә», — тип хәбәр итте РИА Новости. Мәғариф министрлығының һәм Рособрнадзорҙың раҫланған бойороғона ярашлы, 2020 йылда Берҙәм дәүләт имтиханы өс этапта үтергә тейеш ине. Беренсе, ваҡытынан алда биреү этабы — 20 марттан 13 апрелгә, төп осор — 25 майҙан 29 июнгә, ә өҫтәмә осор 4 сентябрҙән 22-һенә тиклем тип билдәләнгәйне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика